09:21 (UTC+5), 07 Марта 2012

8 Март алдынан Башҡортостанға ҡайтарылған сәскәләр күләме өс тапҡырға тиерлек арта

Әлфиә Шәрәфетдинова
Башҡортостандың таможня хеҙмәткәрҙәре февраль-март айҙарында сәскәләр поставкалау күләмдәренең һиҙелерлек артыуын теркәгән. Бындай картина һәр ваҡыттағыса Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан күҙәтелә.
«Башинформ»ға Башҡортостан таможняһының йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса баш дәүләт таможня инспекторы Игорь Мешковтың хәбәр итеүенсә, быйыл төбәктә февраль айында төбәк таможняһы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә яҡынса 730 мең долларлыҡ 80 тонна самаһы сәскә продукцияһына документтар тултырылған. Ә марттың беренсе, байрам алды аҙнаһында поставкалар күләме 42 тоннаға тиерлек еткән. Ғәҙәттә, айына был һан уртаса алғанда 30-35 тоннаны тәшкил итә.
Февраль-марттан тыш, август айы сәскәләргә бай була – сираттағы уҡыу йылы башланыуы һиҙелә, шулай уҡ Яңы йыл алдынан декабрҙә лә сәскәләр күпләп һатыла.
Халыҡ араһында раузалар иң ҙур һорау менән файҙалана. Дөйөм сәскә продукцияһының дүрттән өс өлөшө тиерлек уларға тура килә. Икенсе урында — хризантемалар, өсөнсөлә — ҡәнәферҙәр.
— Сәскәләр төбәккә Голландиянан, Эквадорҙан, Колумбия һәм Израилдән ҡайтарыла, — тип билдәләне агентлыҡ әңгәмәсеһе.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика