08:40 (UTC+5), 05 Март 2012

Республикала Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы көндәре үтте

Тимур Мешков
Башҡортостан баш ҡалаһында Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы буйынса бер юлы ике сара үтте. Улар – Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы дәүләт-ағзаларының таможня хеҙмәттәшлеге буйынса махсус эш төркөмөнөң 17-се ултырышы һәм Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының кадрҙар әҙерләү менән шөғөлләнгән дәүләт-ағзаларының таможня органдары хеҙмәткәрҙәренең осрашыуы.
Өфөлә Рәсәй, Ҡытай, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан илдәренең таможня органдары вәкилдәре йыйылды.
Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы сиктәрендә проектҡа ярашлы артабанғы эшмәкәрлек буйынса саралар әҙерләү көн тәртибендә ҡаралған иң ауыр мәсьәләләрҙең береһе булды. Бындай күрһәтмәне Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһынаң хөкүмәт башлыҡтары бирҙе. Мәсьәлә таможня хеҙмәтенә генә түгел, таможня тематикаһы буйынса үҙ тәҡдимдәрен индереүсе башҡа ведомстволарға ла ҡағыла. Махсус эш төркөмө иһә таможня өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы бүлекте генә ҡарағайны.
Махсус эш төркөмө тикшереүгә тәҡдим иткән йәнә бер мәсьәлә - Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының дәүләт-ағзалары хөкүмәттәре араһында халыҡ-ара автомобилдә тауар ташыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу тураһында килешеү проекты. Документ Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының дәүләт-ағзалары тауарҙарын ташыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләү һөҙөмтәһендә булдырылды.
Төркөм ултырышында таможня органдары халыҡ-ара автомобилдә тауар ташыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу буйынса үҙ тәҡдимдәрен әйтеп ишеттерҙе.
Йәнә бер мәсьәлә - ҡабул ителгән документ – Энергия ресурстарын транспортлауҙы күҙәтеү аҫтына алыу өлкәһендә мәғлүмәт менән алмашыу тураһындағы протоколды тормошҡа ашырыу хаҡында. Уға 2008 йылда Астанала ҡул ҡуйылды.
Шулай уҡ кадрҙар әҙерләү өсөн яуаплы булған таможня хеҙмәттәре эксперттарының осрашыуы үтте. Был йүнәлештәге эш 2007 йылдан алып барыла.
Эксперттар Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы дәүләт-ағзаларының таможня органдары хеҙмәткәрҙәрен әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү буйынса тәжрибә уртаҡлашты.
Махсус эш төркөмөнөң сираттағы ултырышы ағымдағы йылдың авгусына билдәләнде.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика