06:10 (UTC+5), 29 Февраля 2012

Ҡоролоҡ арҡаһында Рәсәй аграрийҙары төшөнкөлөккә бирелмәне

Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков
— Уңыштың өстән бер өлөшөн тиерлек юҡ иткән үткән йылдарҙағы ҡаты ҡоролоҡ арҡаһында Рәсәй аграрийҙары төшөнкөлөккә бирелмәне, — тине Өфөләге Бөтә Рәсәй аграр форумында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин.
Быны уҙған йыл йомғаҡтары ла раҫланы. Премьерҙың әйтеүенсә, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү – 22 процентҡа, сусҡа ите производствоһы – 10 процентҡа, ҡош итенеке 12 процентҡа артҡан. Малсылыҡтың башҡа йүнәлештәре лә әүҙем үҫешә. Владимир Путин үҫемлекселектәге юғары күрһәткестәрҙе лә билдәләне. Мәҫәлән, иген уңышы 94 млн тонна тиерелек тәшкил иткән. Был илдең ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүҙән тыш, резерв булдырырға ла мөмкинлек биргән. Илдең экспорт потенциалы 25-28 млн тоннаға тиклем артҡан.
— Рәсәй игенде экспортҡа оҙатыу буйынса донъяла өсөнсө урынға сыҡты, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Путин. – Был, һис шикһеҙ, бик яҡшы һөҙөмтә.
Премьер-министр 2012 йылда тармаҡҡа күрһәтеләсәк дәүләт ярҙамы тураһында ла әйтеп ишеттерҙе. Был 170 млрд һум самаһындағы федераль бюджет аҡсаһы. Тағы 150 млрд һумдан да кәм булмаған кредит ресурстарын илдең алдынғы банктары бирергә әҙер.
Быйыл бәләкәй һәм урта ауыл хужалығы предприятиеларына ярҙам итеү өҫтөнлөклө йүнәлештән буласаҡ. Владимир Путиндың билдәләүенсә, быйыл ауыл эшсәндәренә баҫыу эштәренә бүленәсәк яғыулыҡ-майлау материалдарына ташлама һәр төбәктә 2011 йылдың 31 декабренә ҡарата билдәләнгән күмәртә хаҡтарынан 30 процентты тәшкил итәсәк. Льготалы яғыулыҡ менән тәьмин итеү 2011 йылға ҡарата 10 процентҡа арттырыласаҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
— Беренсе ярты йыллыҡта уҡ ташламалы яғыулыҡ арҡаһында ғына аграрийҙарҙың экономияһы 11 млрд һум тәшкил итәсәк, — тип билдәләне Владимир Путин. – Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса иһә экономия 18 млрд һумды тәшкил иткән.
Премьер-министр Росагролизинг линияһы буйынса ауыл хужалығы техникаһын яңыртыуҙағы ташламаларға ла туҡталды. Атап әйткәндә, аграрийҙар беренсе түләүҙән азат ителә, һәм был беренсе иғәнәне ярты йылдан һуң индерергә кәрәк буласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика