08:00 (UTC+5), 29 Февраля 2012

Дәүләт һатып алыуҙары ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренә ярҙам итергә тейеш

Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков
Дәүләт һатып алыуҙары Рәсәйҙә ауыл хужалығы етештереүселәренә туранан-тура ярҙам итеүҙең һөҙөмтәле инструменты булырға тейеш. Шундай фекерен белдерҙе Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин, Өфөләге Бөтә Рәсәй аграр форумында ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап биреп.
Аграрийҙарҙың күбеһенең фекеренсә, илдә бөгөн, үкенескә күрә, ысынлап та шулай килеп сыға – ғәмәлдәге дәүләт һатып алыуҙары системаһынан башлыса продукция етештереүселәр түгел, ә аралашсылар ота.
Владимир Путин әйтеүенсә, ҡайһы ваҡытта аралашсы ысынлап та кәрәк — ул тауарҙар менән тәьмин итеү, поставкалауҙағы өҙөклөктәр өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала. Ләкин дәүләт һатып алыуҙар системаһы уларҙа ауыл хужалығы етештереүселәренең ҡатнашыуына иҫәпләнгән. Әгәр күп осраҡта етештереүселәр түгел, ә аралашсыларға ярҙам күрһәтеү килеп сыға икән, Владимир Путин фекеренсә, әле ҡулланылған система ҡайтанан ҡараласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика