Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.01
-0.12
98.72
+0.01
89.29
+0.18
22+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Февраль 2012, 16:22

Елена Скрынник: «Ауыл хужалығы етештереүселәре сауҙа селтәрҙәренә продукцияны аралашсыһыҙ һата аласаҡ»

— Ваҡлап сауҙа итеүсе компаниялар ассоциацияһы (АКОРТ) Башҡортостандың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре менән уларҙың продукцияһын ваҡлап сауҙа итеүсе компанияларға туранан-тура һатыу тураһында килешеү төҙөнө, — тине Өфөлә барған Бөтә Рәсәй аграр форумы сиктәрендә журналистар өсөн ойошторолған брифингыла РФ ауыл хужалығы министры Елена Скрынник.
Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы башлығының әйтеүенсә, бөтә төр хужалыҡ формаһындағы ауыл хужалығы предприятиелары — уртаса, ҙур, крәҫтиән хужалыҡтары ла селтәрҙәргә туранан-тура инеү мөмкинлеге аласаҡ.
Елена Скрынник әйтеүенсә, үткән аҙнала ошондай уҡ эштәр Алтай крайында үткәрелгән, унда Ваҡлап сауҙа итеүсе компаниялар ассоциацияһы етештереүселәрҙән Алтай крайында етештерелгән продукцияны сауҙа селтәрҙәренә аралашсыһыҙ һатып алыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйған.
— Ошондай уҡ икенсе сессияны беҙ Өфөлә, Башҡортостанда, үткәрергә ҡарар иттек, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды илдең агар ведомствоһы башлығы. — Был Башҡортостандағы ауыл хужалығы етештереүселәренең ваҡлап сауҙа итеүсе компанияларға үҙ тауарҙарын үҙҙәре поставкалаясаҡ тигәнде аңлата.
«Атап әйткәндә, республика территорияһында эшләгәндәргә. Былар X5, Ашан, Метро һәм Мәскәү менән Санкт-Петербургты аҙыҡ-түлек менән тьәмин итеүсе Үҙәк федераль округының ваҡлап сауҙа итеүсе компанияһы», — тип өҫтәне Елена Борисовна.
Ваҡлап сауҙа итеүсе компаниялар менән ауыл хужалығы ойошмалары араһындағы мөнәсәбәттәрҙе РФ Ауыл хужалығы министрлығы тейешле документта – Намыҫлы ғәмәлдәр кодексында сағылдырырға тәҡдим итте. Уның форматы аграр ведомствоның сайтында күрһәтелгән.
— Яҡын арала беҙ тейешле ассоциациялар, компаниялар, йәмәғәт ойошмалары менән уны еренә еткереп эшләү буйынса консультациялар үткәрәсәкбеҙ, — тип аңлатма бирҙе Елена Скрынник.
Ул Рәсәй Федерацияһы территорияһында эшләгән ваҡлап сауҙа итеүсе компаниялар менән ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре араһындағы мөнәсәбәттәрҙе рәткә һалыуҙың мөһимлеген билдәләне.
— Ҡулланыусыларҙың адекват хаҡтар буйынса сифатлы продукция алыуы, был сылбырҙан аралашсыларҙы төшөрөп ҡалдырып, сауҙа менән шөғөлләнгән предприятиеларға туранан-тура сифатлы продукция һатырға мөмкинселек биреү — беҙ күҙ уңында тотҡан төп маҡсат, — тине министр.
Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе Андрей Даниленконың билдәләүенсә, ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн продукция һатыу төп мәсьәлә булып тора. Был туранан-тура ауыл хужалығы производствоһының табышлылығына бәйләнгән.
— Был килешеү — ғәйәт ҙур алға китеш, — тип иҫәпләй Андрей Даниленко. — Аграрийҙар сауҙа селтәрҙәре менән тығыҙыраҡ хеҙмәттәшлек итһен өсөн тап РФ Ауыл хужалығы министрлығы майҙанында бөтә шарттар ҙа булдырылған.
Намыҫлы ғәмәлдәр кодексын булдырыу Рәсәй ҡануниәтенә альтернатива була алмай, ә етештереүселәргә сауҙа итеүселәр менән бергә бәхәсле мәсьәләләрҙе хәл итеү, конфликттарҙы судҡа еткермәйенсә, һөйләшеп килешеү мөмкинлеге бирәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Даниленко.
— Сауҙа селтәрҙәре һәм ауыл хужалығы етештереүселәре араһындағы бындай килешеүҙәр илебеҙҙең башҡа ҙур төбәктәрендә лә төҙөләсәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Елена Скрынник, журналистар менән осрашыуҙы йомғаҡлап.
Был минуттарҙа Бөтә Рәсәй аграр форумы сиктәрендәге һуңғы түңәрәк өҫтәл үтә. Унда 2008-2012 йылдарға Ауыл хужалығын үҫтереү дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуға йомғаҡтар яһала һәм 8 йылға иҫәпләнгән яңы Дәүләт программаһы проекты тикшерелә. Түңәрәк өҫтәлдең модераторы булып Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Елена Скрынник сығыш яһай.
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: