Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
-0.23
98.03
-0.69
89.29
+0.18
18+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Февраль 2012, 18:15

Башҡортостандағы «Пятерочка» магазиндары бер нисә тиҫтәгә артасаҡ

«Алдағы ике-өс йылда Башҡортостанда «Пятерочка» брендындағы магазиндар иҫәбенең бер нисә тиҫтәгә артыуы ихтимал. Беренсе магазин быйыл уҡ асыласаҡ», — тине бөгөн Өфөләге Бөтә Рәсәй аграр форумы сиктәрендә үткән һатып алыуҙар сессияһында X5 Retail Group компанияһының корпоратив мөнәсәбәттәр буйынса директоры Михаил Сусов.
«Республика территорияһында беҙҙең исемдән франшиза буйынса эшләгән һәм «Пятерочка» селтәре менән идара иткән партнерыбыҙ сығыш яһай. Быйылдан башлап компания был бренд аҫтындағы магазиндарҙы үҙ аллы аса башлай», — тип өҫтәне Сусов.
Рәсәйҙәге был ҙур сауҙа селтәренең яҡын аралағы пландарында — үҙенең сауҙа маркаларын 50 процентҡа тиклем арттырыу. «Был беҙҙең стратегик бурысыбыҙ», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Михаил Сусов.
Башҡа магазиндарҙың да үҙ маркаларының иҫәбе арта («Перекресток», «Карусель»), әммә ул тиклем үк күпкә түгел.
Бөгөнгө һатып алыуҙар сессияһы сиктәрендә компания урындағы етештереүселәр һәм эшкәртеүселәр менән яңы бәйләнештәр булдырҙы. «Бөгөнгө һөйләшеүҙәр килешеүҙәр менән тамамланасаҡ, тип ышанам», — тине журналистарға X5 Retail Group компанияһының корпоратив мөнәсәбәттәр буйынса директоры. — Бында беҙ шәхси маркалар етештереү өсөн контракттар төҙөй алабыҙ». Сусов компанияның төбәктә етештерелгән бөтә тауарҙар, атап әйткәндә, йәшелсә-емеш, ит, ҡош ите менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе. Ул йәнә көнкүреш химияһы тауарҙары менән тәьмин итеүсе булараҡ «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек итеү ҡыҙыҡһындырыуын билдәләп үтте. Бөгөнгө көндә республиканың 44 предприятиеһы компанияның сауҙа селтәрҙәрен үҙ продукцияһы менән тәьмин итә.
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: