11:22 (UTC+5), 22 Февраль 2012

Йыл эсендә Өфөнөң балалар баҡсаларында урындар һаны 1035-кә артты

Рәсүл Хәмиҙуллин
Үткән йылда Өфөлә биш балалар баҡсаһы төҙөлдө һәм сафҡа индерелде. Был «Ҡариҙел» биҫтәһендәге 80 урынлыҡ, Инорстағы 155 урынлыҡ, Дим биҫтәһендәге 200 урынлыҡ һәм Сипайловолағы 170 урынлыҡ ике балалар баҡсаһы.
Шулай уҡ Октябрь проспекты, 78/1, Герцен урамы, 14 һәм Беренсе май урамы, 6б адрестары буйынса урынлашҡан мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына капиталь ремонт эшләнде, тип хәбәр итте Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ринат Сәғитов.
Шулай итеп, үткән йыл эсендә Башҡортостан баш ҡалаһының балалар баҡсаларында урындар һаны 1035-кә артты.
— Балалар баҡсаларын төҙөү, уларға капиталь ремонт эшләү һәм кире ҡайтарыу буйынса эштәр быйыл тағы ла күберәк күләмдә башҡарыласаҡ. Алдағы ваҡытта Черниковская, 34 адресы буйынса урынлашҡан 220 урынлыҡ мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы төҙөлөп бөтәсәк, - тине матбуғат конференцияһында Ринат Сәғитов. – «Төньяҡ-көнбайыш Затон», «Колгуевский», «Сипайлово-7», «Сипайлово-2» биҫтәләрендә балалар баҡсаларын төҙөү буйынса эштәр башҡарыла.
Бынан тыш, «Көньяҡ», «Сипайлово-4», «Шакша-5», «Инорс-7», «Дим-8» биҫтәләрендә балалар баҡсалары төҙөлә башлаясаҡ. Шулай уҡ ҡаланың төрлө райондарында йәнә алты балалар баҡсаһын проектлау буйынса эш башлау планлаштырыла.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика