12:14 (UTC+5), 17 Февраля 2012

Республика делегацияһы VIII «Дәүләт заказы-2012» Бөтә Рәсәй форумында ҡатнаша

Галина Бахшиева
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов етәкселегендәге республика делегацияһы Мәскәүҙә үткән VIII «Дәүләт заказы-2012» Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһендә ҡатнаша.
«Дәүләт заказы» — дәүләт һәм муниципаль ихтыяждар өсөн һатып алыуҙар мәсьәләһе буйынса йыл һайын үткәрелеүсе конгресс-күргәҙмә сараһы. Ул «Мәскәү эшҡыуарҙар ассоциацияһы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы башланғысы менән үткәрелә. Бөтә Рәсәй форумы РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы ҡатнашлығында, Рәсәй Хөкүмәте, Мәскәү Хөкүмәте, БДБ-ның башҡарма комитеты, «Рәсәй терәге» ярҙамында, Рәсәй Федерацияһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы патронажы аҫтында ойошторолған, тип хәбәр иттеләр БР Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.
«Дәүләт заказы-2012» дәүләт һәм муниципаль заказдарҙы камиллаштырыу һәм үҫтереү мәсьәләләре буйынса власть менән бизнестың диалогының төп майҙансығына әүерелгән.
Быйылғы сараның эш программаһы баҙарҙа ҡатнашыусыларҙың яңыраҡ көсөнә ингән закондарҙы һәм көтөлгән үҙгәрештәрҙе тикшереүе арҡаһында айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Миҫал өсөн, форум-күргәҙмәлә 223-ФЗ һанлы федераль законды ҡулланыу тикшерелә. Бынан тыш, дәүләт заказын һәм электрон формала сауҙалашыуҙы тәьмин итеүсе мәғлүмәт системаһын үҫтереү темаһы күтәрелгән, шулай уҡ Федераль контракт системаһы проекты тикшереүгә сығарылған.
Илшат Тажетдиновтан тыш, Башҡортостан делегацияһы составында БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары Александр Гагин, РБ Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе Сергей Новиков һәм уның урынбаҫары Валерий Исхаҡов та бар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика