11:09 (UTC+5), 17 Февраля 2012

Өфөлә «Перспектива-2011» инвестицион идеялар һәм проекттар конкурсы еңеүселәре тәбрикләнәсәк

Любовь Колоколова
Өфө хакимиәтендә «Перспектива-2011» беренсе ҡала инвестицион идеялар һәм проекттар конкурсына йомғаҡ яһалды. Ҡала халҡының тормошон яҡшыртыуға һәм Өфөнө социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереүгә йүнәлтелгән перспективалы инвестицион идеяларҙы һәм проекттарҙы асыҡлау бәйгенең төп маҡсаты булып торҙо.
Конкурс комиссияһына йәмғеһе 12 эш тәҡдим ителде, уларҙан алты идея һәм проект еңеүсе тип табылды.
Өфө хакимиәтенең тышҡы иҡтисади бәйләнештәр бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурста еңеүселәр тураһында мәғлүмәт рус һәм инглиз телдәрендә Өфө ҡалаһы ҡала округының инвестицион паспорты - «Инвестор атласы»на индереләсәк. Бәйгелә еңеүселәргә потенциаль инвесторҙар менән бәйләнеш булдырыуҙа һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк.
Еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы 21 февралдә 17.30 сәғәттә Өфө хакимиәтенең ултырыштар залында үтәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика