13:00 (UTC+5), 17 Февраль 2012

Өфөлә күсемһеҙ милеккә хаҡтар артыуын дауам итә

Рәсүл Хәмиҙуллин
Былтыр Өфөлә күсемһеҙ милеккә хаҡтар 6,1 процентҡа күтәрелгән. Йыл аҙағында Башҡортостандың баш ҡалаһында бер квадрат метрҙың хаҡы 48 мең һум тәшкил иткән. «ГдеЭтотДом.ру» аналитик үҙәге ошондай мәғлүмәт бирә. Ил буйынса дөйөм алғанда фатирҙарға 2,5 процентҡа хаҡ артҡан.
2011 йылда Рәсәйҙә торлаҡҡа хаҡтар күтәрелеүенең төп сәбәбен ипотека кредитлауы баҙарының көрсөккә хәтле булған кимәлгә күтәрелеүе һәм ил өсөн уңайлы макроиҡтисади конъюнктура фонында ҡулланыусыларҙың ышанысы артыуы менән аңлаталар. Төҙөлөш тармағында дауам иткән көрсөк тә ҙур роль уйнаған, уның әлеге торошо совет заманындағы төҙөлөш күләмдәренә түгел, көрсөккә тиклем булған күрһәткестәргә сығырға ла мөмкинлек бирмәй.
Аналитиктар билдәләүенсә, Рәсәйҙең торлаҡ баҙары 2000-се йылдарҙағы аномаль хәлдән сыҡҡан: әлеге хаҡтар үҙгәреше тотороҡло торлаҡ баҙарына хас. Хаҡтарҙың күтәрелеүгә йәки кәмеүгә табан 10 проценттан да күберәккә үҙгәреүе мөмкин булған ситуацияның донъя иҡтисады сценарийы айырыуса негатив үҫешкәндә генә булыуы ихтимал.
Йыл йомғаҡтары буйынса иң ҡыйбат торлаҡ, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Мәскәү өлкәһе һәм Сочинан тыш, әүәлгесә Екатеринбургта, Хабаровскиҙа һәм Краснодарҙа — квадрат метры 50 мең һумдан ҡыйбатыраҡ. Иң арзан квадрат метрҙар — Пензала, Ивановола, Брянскиҙа, Курскиҙа һәм Ульяновскиҙа —«квадратына» 34 мең һумдан арзаныраҡ.
Әйткәндәй, Өфөләге күсемһеҙ милек агентлыҡтарының береһе биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостандың баш ҡалаһында квадрат метрҙың хаҡы 10 февралдә 51,3 мең һумға еткән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика