Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.17
-0.55
91.97
-0.45
70.01
-0.03
26+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Февраль 2012, 17:24

Эрнст Исаев: «Яңы эш башлаған фермерҙарға гранттар бүленәсәк»

— Башҡортостандың яңы эш башлаған фермерҙары эҙмә-эҙлекле ярҙам аласаҡ,— тине Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры — ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм ауыл хужалығы кооперативтары ассоциацияһының республика съезында. — Быйылдан башлап крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ойоштороуға гранттар биреү, хужалыҡ ихтыяждарына, инженерлыҡ инфраструктураһына, ерҙе рәсмиләштереүгә бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам күрһәтеү ҡаралған.
Эрнст Исаев билдәләүенсә, ер темаһы оператив хәл итеүҙе талап иткән төп мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Был республика кимәлендә лә, федераль кимәлдә лә билдәләнә. Бөтә илгә хас булғанса, Башҡортостанда ла ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр тулыһынса файҙаланылмай. Уларҙы сүп үләндәре баҫа. Ташландыҡ, ҡалдау баҫыуҙар ҙа осрай.
— Шул уҡ ваҡытта фермерҙарға ер участкаһы алыу мөмкин түгел тиерлек, — тине вице-премьер. — Былтыр йыл аҙағында Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса был проблема әүҙем хәл ителә башлағайны. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе рәсмиләштереүҙе субсидиялауға федераль һәм республика бюджеттарынан аҡса бүленде.
Фермерҙар менән осрашыуҙа Эрнст Исаев крәҫтиән хужалыҡтарының аҙ килемле булыуы, етештерелгән продукцияны һатыуға бәйле ҡатмарлыҡтар, кооперацияның насар үҫешкәнлеге кеүек проблемаларҙы ла күтәрҙе. Республиканың аграр ведомствоһы башлығы был мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн республикалағы фермерҙар хәрәкәтен артабан үҫтереү буйынса аныҡ позиция биләргә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Эрнст Исаев ҡуйылған бурысты ғәмәлгә ашырыу механизмдарын билдәләне. Беренсенән, ауыл хужалығын үҫтереү буйынса дәүләт программаһы сиктәрендә фермерҙарға артабан да ярҙам күрһәтеләсәк. Атап әйткәндә, аграрийҙар ҡыҫҡа ваҡытлы һәм инвестицион кредиттарға субсидиялар, тоҡомло малсылыҡҡа, өйөр йылҡысылығына, элиталы орлоҡсолоҡҡа ярҙам аласаҡ. Уңышты страховкалау дауам ителәсәк. Аграр ведомство ауыл хужалығы техникаһы һәм малсылыҡ инвентары, минераль ашламалар һатып алыуға сығымдарҙы ҡаплаясаҡ, ташламалы хаҡтар менән яғыулыҡ-майлау материалдары бүләсәк.
Эрнст Исаев фермерҙарҙы иҡтисади йәһәттән әһәмиәтле төбәк програмаларында ҡатнашыуға саҡырҙы. Республикала ғаилә фермаларын үҫтереүгә лә иҫәп тоталар. Шуның менән бер рәттән «500 ферма» проектын тормошҡа ашыра башлағандар.
Ауыл хужалығы кооперацияһында, фәнде лә эшкә ҡушып, өр-яңы алымдар индереләсәк.
— Башҡортостанда фермерлыҡ үҙе бер ҙур көстө тәшкил итә, һәм уның агросәнәғәт комплексының ҡеүәтенә әүерелеүе ихтимал, — тип иҫәпләй Эрнст Исаев. — Бөгөн республикала 4,5 меңдән ашыу крәҫтиән-фермер хужалығы, әллә күпме шәхси эшҡыуар бар. 600 мең самаһы шәхси ярҙамсы хужалыҡ иҫәпләнә, уларҙа төбәктәге ауыл хужалығы продукцияһының өстән ике өлөшө етештерелә. Был - ауыл биләмәләренең мөһим үҫеш сығанағы.
Ведомство башлығы республика етәкселегенең фермерҙарҙың проблемаларын бергәләп хәл итергә әҙер булыуын тағы бер раҫланы. Ул төбәк аграрийҙары ике кимәлдәге бюджеттан алған дәүләт ярҙамы күләмен әйтеп ишеттерҙе. Ауыл эшсәндәренең ғәҙел эшләүенең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
— Асыҡлыҡ нигеҙендә генә беҙ агросәнәғәт комплексын, шул иҫәптән фермерлыҡ хәрәкәтен үҫтерәсәкбеҙ, — тип белдерҙе вице-премьер. — Беҙ реаль һандар юлын – ғәҙел һәм дөрөҫлөккә тап килгән һөҙөмтәләрҙе һайланыҡ. Һәм фермерлыҡты милекселәр класы булараҡ формалаштырырға тейешбеҙ.
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: