15:16 (UTC+5), 16 Февраля 2012

Дим биҫтәһенә яңы күпер 2013 йылда асыласаҡ

Розалия Вәлиева
— Әлеге ваҡытта юл үткәргесе төҙөлөшө ҡыҙыу бара, — тип белдерҙе баш ҡала мэрияһында үткән матбуғат конференцияһында Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Владимир Дмитрюк. — Юл үткәргесе Дим биҫтәһенең перспективалы үҫешенә булышлыҡ итәсәк. 2013 йылға был участкалағы эштәр тамамланасаҡ, тип планлаштырыла.
Бынан тыш, «Рәсәй ҡалаларының яңы юлдары» адреслы программаһының финанслауы арҡаһында Өфөлә 537 йорт һәм уларҙың 144 подъезы ремонтланған. Былтыр ҡала урамдарын капиталь ремонтлауға айырым иғтибар бирелгән. Дөйөм майҙаны 493 мең квадрат метрлыҡ 25 урам яңыртылған. 253 мең квадрат метрҙа соҡорҙар ямалған. Зәки Вәлиди, Пушкин, Цюрупа, Р.Зорге, СССР-ҙың 50 йыллығы, Сипайловская, Киров, Карл Маркс, Пархоменко, Обская, Плеханов бульвары һәм Рәсәй урамдарындағы машина юлдары киңәйтелгән. Ремонтлағанда заманса материалдар файҙаланылған, шул иҫәптән Сипайловоға төшкән урында һәм Зәки Вәлиди урамында ваҡ таш менән мастика ҡушылған асфальт һалынған. Әлеге мәлдә белгестәр япмаларҙың төрлө температураларҙа үҙен нисек күрһәтеүен тикшерә. Әгәр һөҙөмтәләр уңышлы тип табылһа, бөтә ерҙә лә ошондай асфальт файҙаланыласаҡ.
Былтыр ҡала һәм республика бюджеттарынан Октябрь һәм Ленин райондарындағы шәхси секторҙа тышҡы яҡтыртыу ҡорамалдарын реконструкциялауға 30 миллион һум бүленгән. 2012 йылда был эштәр дауам ителәсәк, уның дауамында 77 миллион һум үҙләштереү планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика