10:38 (UTC+5), 16 Февраля 2012

2012 йылда Башҡортостанда 14,5 млн тонна нефть сығарыу планлаштырыла

Галина Бахшиева
Быйыл Башҡортостанда 14,5 млн тонна нефть һәм 424 млн кубометр газ сығарыу планлаштырыла. 2011 йылда был күрһәткес 14,4 млн тоннаға һәм 494 млн кубометрға тиң ине.
— Нефть сығарыу буйынса яңы алымдарҙы уңышлы ҡулланыу арҡаһында һуңғы йылдарҙа республикалағы ятҡылыҡтарҙан нефть сығарыу кимәлен тотороҡландырыуға өлгәштек. Хатта нефть сығарыуҙа бер аҙ үҫеш тә күҙәтелә – йыл һайын бер миллион тонна самаһы «ҡара алтын», — тип хәбәр итте бөгөн «Башинформ» агентлығында үткән 2011 йылдағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһау буйынса матбуғат конференцияһында Башҡортостан буйынса Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу идаралығы начальнигы Расих Хәмитов.
Уның әйтеүенсә, былтыр республика биләмәһендә нефть һәм газ сығарыу менән ете ойошма шөғөлләнгән. Шул уҡ ваҡытта сығарылған сеймалдың төп өлөшө «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә тура килә — 14,3 млн тонна.
Башҡортостан территорияһында әлеге мәлдә йәмғеһе 202 ятҡылыҡ иҫәпләнә, шуларҙың 163-ө эшкәртелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика