Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-20 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Февраль 2012, 18:18
Республика уртаса айлыҡ эш хаҡы кимәле буйынса Волга буйы федераль округында бишенсе урында тора
Волга буйы федераль округының 14 төбәге араһында Башҡортостан уртаса айлыҡ эш хаҡы буйынса бишенсе урында тора. 2011 йыл рейтингыһында түбәндәге төбәктәр беренсе килә: Татарстан, Пермь крайы, Һамар һәм Түбәнге Новгород өлкәләре.
Республикала хеҙмәткәрҙең үткән йылдың 12 айы өсөн уртаса айлыҡ эш хаҡы 18427 һум тәшкил итте, 2010 йыл менән сағыштырмаса, ул 13,3 процентҡа артты, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Бюджет өлкәһендә эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын арттырыуға килгәндә, 2011 йылда мәғариф өлкәһендәге уртаса айлыҡ эш хаҡы 13,1 процентҡа артып, 12 мең һум тәшкил итте.
Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында һәм социаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе ойошмаларҙа йыл дауамында эш хаҡы 17,6 процентҡа артып, яҡынса 13600 һум тәшкил итте.
Социаль яҡлау системаһы учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең уртаса айлыҡ эш хаҡы йыл эсендә 21,5 процентҡа артып, яҡынса туғыҙ мең һумға барып баҫты.
Дөйөм белем биреү системаһын яңыртыу сиктәрендә уҡытыусыларҙың эш хаҡы 2011 йылдың сентябрь-декабрь айҙарында Башҡортостанда 16995 һум тәшкил итте. Шулай итеп, төбәктә уҡытыусыларҙың эш хаҡын иҡтисад тармаҡтары буйынса уртаса хеҙмәт хаҡына яҡынайтыуға өлгәшелде.
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
хеҙмәт баҙары
эш хаҡы
йомғаҡтар
Читайте нас