10:49 (UTC+5), 15 Февраля 2012

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағында Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса совет ойошторолдо

Галина Бахшиева
Башҡортостанда республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағында Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау маҡсатында тормошҡа ашырылған эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү мәсьәләләре буйынса совет ойошторолдо.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Азат Ҡотлоәхмәтов уның рәйесе итеп тәғәйенләнде. Совет составына йәнә республиканың Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы, БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы, төбәктең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Башҡортостан Республикаһының Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү фонды, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре лә инде.
— Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге дәүләт сәйәсәтен әҙерләү һәм уны тормошҡа ашырыуға йәлеп итеү, экология тармағында яңы башланғыстар тәҡдим итеү һәм уларҙы бойомға ашырыуға ярҙам итеү, шулай уҡ тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға бәйле эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙе көйләүсе норматив хоҡуҡи акттар проекттарына йәмәғәт экспертизаһы үткәреү Советтың төп бурыстары булып тора,— тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы матбуғат секретары Нина Никандрова.
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн уңайлы инвестиция мөхите һәм башҡа шарттар булдырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләү, экологик эштәр (хеҙмәттәр) баҙарының формалашыуына һәм уның үҫешенә анализ үткәреү, был өлкәлә эшләгән эшҡыуарлыҡ субъекттарына хоҡуҡи һәм мәғлүмәти ярҙам күрһәтеү Совет бурыстары иҫәбенә инә.
Бынан тыш, эшҡыуар-экологтар араһында квалификация күтәреү курстары үткәреү һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау маҡсатында булдырылған урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары үҫешен көйләүсе норматив хоҡуҡи акттар әҙерләү йәки уларға үҙгәрештәр индереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләү ҙә Совет компетенцияһына инә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика