Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.8
+0.19
90.75
+0.44
62.51
+0.52
-13 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Февраль 2012, 10:34
Башҡортостан фермерҙары Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм ауыл хужалығы кооперативтары ассоциацияһының конференцияһына әҙерләнә
17 февралдә Өфөлә Башҡортостандың Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм ауыл хужалығы кооперативтары ассоциацияһының XXIII отчет-һайлау республика конференцияһы үтәсәк. Аграрийҙар фермерҙар хәрәкәте эшен ойоштороу мәсьәләһен, уның торошон, мөмкинлектәрен, дәүләт ярҙамын тикшерәсәк. Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына ер биреү һәм уны рәсмиләштереү, ерҙе һәм күсемһеҙ милекте теркәү темаһы фермерҙар осрашыуындағы мөһим мәсьәләләрҙең береһе буласаҡ. Республика конференцияһында ҡатнашыусылар алдында Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм ауыл хужалығы кооперативтары ассоциацияһы һәм ревизия комиссияһы иҫәп-хисап бирәсәк, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығында.
Республика райондарында был көндәрҙә фермерҙарҙың отчет-һайлау йыйылыштары, муниципаль район хакимиәте башлыҡтары менән осрашыуҙар үткәрелә. Ауыл хужалығы министрлығы фермерҙар хәрәкәтен камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр һәм проблемалар пакетын әҙерләй. Үҙегеҙҙең тәҡдимдәрегеҙҙе 2012 йылдың 15 февраленә тиклем info@mshp.ufanet.ru адресына ебәрергә мөмкин.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
ауыл хужалығы
фермерҙар
Читайте нас