14:30 (UTC+5), 14 Февраля 2012

Өфө үҙәгендәге бер үк уйын клубы ҡайтанан ябылған

Ольга Мортазина
Баш ҡаланың Киров районында Зәки Вәлиди урамындағы уйын клубы ябылған. Былтыр ҙур булмаған залда коммерсанттар покер турнирҙары өсөн йәшерен казино асырға маташҡан ине. Ул ваҡытта уйын йорто ябылһа, күптән түгел залға яңынан уйын автоматтары килтерелеүе асыҡлана. Һайланма тикшереү ҡомарлы уйындар үткәрелеү фактын раҫлай. Ҡорамалдар ҡайтанан тартып алына, законһыҙ клуб эшмәкәрлеге туҡтатыла.
— Республикала йәшерен уйын бизнесына ҡаршы көрәш дауам итә. Көн һайын полиция хеҙмәткәрҙәре төрлө район һәм ҡалаларҙа бер нисә уйын йортон яба. Һуңғы көндәрҙә генә 200-ҙән ашыу «бер ҡуллы бандитҡа» арест һалынды, — тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Ведомствола әйтеүҙәренсә, «Казино.нет» акцияһы дауам итә. Һәр кеше Башҡортостан полицияһының www.mvdrb.ru рәсми сайтының баш битендә күрһәтелгән һылтанма аша үтеп, йәшерен уйын йорттарының эшмәкәрлеге тураһында аноним рәүештә мәғлүмәт ҡалдыра ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика