07:17 (UTC+5), 14 Февраля 2012

Дәүләт предприятиеларының табышлы эшләүе буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе урынға сыҡты

Рәсүл Хәмиҙуллин
Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса 38 хужалыҡ итеүсе йәмғиәт Башҡортостан ҡаҙнаһына өс миллиард һумдан ашыу дивиденд күсергән. Йәнә 112 дәүләт унитар предприятиеһы 86 миллион һум күләмендә таҙа табышын күсергән. Был хаҡта БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында үткән коллегияла ведомство башлығы Рәмил Исҡужин хәбәр итте.
Ошо түләүҙәр күләме буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһында – икенсе һәм бишенсе, Волга буйы федераль округы субъекттары араһында беренсе урында килә.
— Шуның менән бергә, ысынбарлыҡтағы картина табыштарҙың ҙур өлөшөнөң биш-ете эре компания тарафынан формалашыуын күрһәтә, ошо уҡ ваҡытта предприятиеларҙың күбеһенең финанс торошо шәптән түгел, — тип билдәләне министр. — Шулай итеп, дәүләт унитар предприятиелары һәм хужалыҡ итеүсе йәмғиәттәр эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген күтәреү көнүҙәк булып ҡала.
Рәмил Исҡужин һүҙҙәренсә, бының өсөн министрлыҡтың тейешле хеҙмәттәренә контролде көсәйтергә һәм был мәсьәләне хәл итеү өсөн мөмкин булған бөтә механизмдарҙы эшкә ҡушырға кәрәк. Дәүләт унитар предприятиеларына ул айырым иғтибар биреүҙе һораны.
— Былтыр министрлыҡтың банкротлыҡ процедуралары алып барылған дәүләт унитар предприятиелары һәм хужалыҡ итеүсе йәмғиәттәр менән эш алып барыуын билдәләгем килә. Дәүләт мөлкәте хужаһы вәкәләттәрен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә республика бюджетына 27 миллион һум аҡса килде, - тип билдәләне БР ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика