08:45 (UTC+5), 09 Февраля 2012

Өфөлә республика архитектура күргәҙмәһе асылды

Рәсүл Хәмиҙуллин
Башҡортостандың Архитекторҙар йортонда «2011 йылдың иң яҡшы проекты» республика архитектура күргәҙмәһе асылды. Унда төбәктең профессиональ архитекторҙары һәм профилле уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша. Йәмғеһе 70 эш тәҡдим ителә.
«Башинформ» агентлығына БР Архитекторҙар йорто директоры Зәбир Ахунов һөйләүенсә, күргәҙмә сиктәрендә конкурс программаһы ла ҡаралған. Еңеүселәр ете номинацияла билдәләнәсәк. Улар араһында - «Сәнәғәт тәғәйенләнешендәге иң яҡшы проект», «Архитектураға һәм төҙөлөшкә өлөш индергән өсөн» һәм башҡалар.
Күргәҙмә 15 февралгә тиклем эшләйәсәк. Конкурсҡа йомғаҡ март башында яһаласаҡ.
Сараны ойоштороусылар булып Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты һәм БР Архитекторҙар союзы сығыш яһай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика