10:58 (UTC+5), 07 Февраль 2012

Башҡортостан умартасылары бөтә Рәсәй конкурсын үткәрергә әҙер

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан умартасылары республикала бөтә Рәсәй умартасылар конкурсын үткәреү инициативаһы менән сығыш яһаны. Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге төбәк һәм Рәсәйҙең аграр ведомстволары адресына тейешле мөрәжәғәт әҙерләй. «Был конкурс мотлаҡ Башҡортостанда үтергә тейеш», — тип иҫәпләй Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Әмир Ишемғолов.
Дөйөм алғанда тармаҡ өсөн үткән йыл уңышлы булған. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, республика аграрийҙары 5300 килограмдан ашыу тауар балы алған. Шуларҙың 95 проценты — сәскәләрҙән йыйылған бал. Йүкә балы умартасылар продукцияһының 5 процентын тәшкил иткән.
Башҡортостан бренды булған продукция күләмдәренең артыуына дәүләт ярҙамы саралары булышлыҡ иткән. «Былтыр республика умартасылығы тарихында тәүге тапҡыр умартасылар үҫешкә субсидиялар алды», — тип билдәләне Әмир Ишемғолов. — Был федераль һәм республика бюджеттарынан килгән 24 млн һумдан ашыу сумма». Маҡсатлы средстволар ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәргә ярҙамға киткән. Һөҙөмтәлә Башҡортостандың дүрт меңгә яҡын умартасыһы һәр күсте аҫрауға 620-шәр һум аҡса алған.
Быйыл төбәктә умартасылыҡты үҫтереүгә тағы ла ҙурыраҡ сумма – 35 млн һум самаһы йүнәлтеләсәк. Умартасылыҡҡа дәүләт ярҙамы Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән Башҡортостан Хөкүмәте араһындағы килешеү нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Программа өс йылға иҫәпләнгән. Ул тармаҡ булараҡ умартасылыҡты үҫтереүгә мөмкинлек биреүҙән тыш, фермерҙарға һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡ башлыҡтарына ла ярҙам итәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика