08:21 (UTC+5), 07 Февраль 2012

Александр Васильев Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Ғәлиә Нәбиева
Александр Юрьевич Васильев Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте бойороғо менән республиканың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.
Александр Васильев стратегик идара итеү һәм административ үҙгәртеп ҡороуҙар блоктарына контроллек итәсәк, тип хәбәр итә министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте. Кадрҙар, административ-хужалыҡ, мәғлүмәт-техник хеҙмәттәре кеүек тәьминәт бүлексәләре уға буйһонасаҡ.
Белешмә. 1993 йылда Александр Васильев «Сәнәғәт электроникаһы» белгеслеге буйынса Өфө дәүләт авиация техник университетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. 2004 йылда «Финанстар һәм кредит» белгеслеге буйынса Бөтә Рәсәй финанс-иҡтисади ситтән тороп белем биреү институты дипломын ала.
1994 - 1996 йылдарҙа Александр Юрьевич Өфөнөң Ленин районы буйынса дәүләт һалым инспекцияһының дәүләт һалым инспекторы булып эшләй. 1996 йылдан 2008 йылға тиклем Рәсәй федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан республикаһы буйынса идаралығында хеҙмәт итә. Өлкән дәүләт һалым инспекторынан алып Идара етәксеһе урынбаҫарына тиклем хеҙмәт юлы үтә.
2008 йылда Александр Васильев банк өлкәһенә эшкә күсә. 2008 йылда «БТА Банк» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең өҫтәмә офисы идарасыһы вазифаһында банктың ошо структур бүлексәһенең эшмәкәрлеген ойоштороу өсөн яуап бирә. 2009 йылдан алып «АФ Банк» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары менән эшләү мөмкинлеген камиллаштыра. 2011 йылдың апреленән әлегә тиклем Өфөләге «КИТ Финанс Инвестиция банкы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең кредит-касса офисына етәкселек итә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика