Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Февраль 2012, 10:55

Башҡортостанда 28600 вакансия иҫәпләнә

Әле республиканың вакансиялар банкында 28600-ҙән ашыу буш эш урыны иҫәпләнә. 2012 йылдың 1 ғинуары менән сағыштырғанда эш биреүселәр тарафынан тәҡдим ителгән вакансиялар иҫәбе дүрт меңдән ашыу берәмеккә артҡан.
Республика банкында вакансиялар уртаса алғанда 1,9 ай дауамында һаҡлана.
Шул уҡ мәлдә эшсе һөнәрҙәре буйынса вакансиялар өлөшө быйыл 1 февралгә ҡарата 81 процентты тәшкил иткән. Билдәләнгән йәшәү минимумынан юғарыраҡ хеҙмәт хаҡы түләнгән вакансиялар иҫәбе 84,5 процентҡа тиң, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығының баш белгес-эксперты Әлфиә Ғәйнетдинова.
— Республикала эшкәртеү производствоһы, төҙөлөштө һәм белем биреүҙе ойоштороу, шулай уҡ күмәртәләп һәм ваҡлап сауҙа итеү предприятиелары эшсе көстәргә нығыраҡ мохтажлыҡ кисерә, — тип билдәләй Әлфиә Ғәйнетдинова.
Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас