07:10 (UTC+5), 06 Февраль 2012

Башҡортостан бизнесмендары Төркиәлә Рәсәй туристары өсөн кеүәҫ етештерә

Галина Бахшиева
Анталия ҡалаһында (Төркиә) халыҡ-ара эсемлектәр күргәҙмәһе үтте, унда Башҡортостандың «Учалы-һөт» компанияһы ла ҡатнашты. Ул Анталияла кеүәҫ етештереү менән шөғөлләнә.
2011 йылда Анталияла «Квас Гыда Л.Т.Д.Шти» компанияһы эшләй башланы, эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше – эсемлектәр етештереү.
— Төркиә Республикаһында «Квас Гыда» компанияһының кеүәҫ һәм лимонад етештереүе Башҡортостан менән Төркиә араһындағы ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлектең матур өлгөһө булып тора. Продукцияны нигеҙҙә Анталия курорттарында ял итеүсе Рәсәй туристары һатып ала, - тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Төркиәләге вәкиле Каншаубий Мизиев.
Анталияла алкоголһеҙ эсемлектәргә ҡунаҡханалар, ресторандар һәм кафелар заказ бирә. Етештереү күләме ағымдағы йылда 6000 тонна тәшкил итергә тейеш. 2014 йылда кеүәҫ һәм лимонад етештереү күләме 50000 тоннаға етәсәк, тип көтөлә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика