11:28 (UTC+5), 03 Февраля 2012

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фонды Башҡортостандың икенсе заявкаһын раҫланы

Ғәлиә Нәбиева
— Әлеге ваҡытта Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды идараһы менән ни бары ике заявка раҫланған – икеһе лә Башҡортостан Республикаһынан, - тине Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фонды генераль директоры Константин Цицин Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Козак рәйеслегендә үткән Бөтә Рәсәй селектор кәңәшмәһендә. — Тағы әллә күпме заявка буйынса эш алып барыла.
Фонд Башҡортостандың граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан яңыһына күсереүгә финанс ярҙамы алыуға бирелгән тағы бер заякаһын хупланы, тип хәбәр иттеләр Дәүләт корпорацияһында. Был юлы — аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү кәрәклеген иҫәпкә алып бирелгән заявканы. Баймаҡ ҡалаһы һәм Ауырғазы райондарында граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан аҙ ҡатлы йорттарға күсереүгә 12,21 млн һум федераль средстволар йүнәлтеләсәк. Төбәктең өҫтәп финанслауын иҫәпкә алғанда был сумма 18,97 млн һумға етәсәк. Был аҡсаға быйыл уҡ ике йорт төҙөләсәк һәм тағы 16 кеше йәшәү шарттарын яҡшыртасаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 30 ғинуарҙа Дәүләт корпорацияһы республиканың капиталь ремонт үткәреүгә һәм граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан яңыһына күсереүгә 903 млн 64 мең һум күләмендә аҡса бүлеүгә заякаһын раҫлағайны. Дөйөм алғанда торлаҡ фондын ремонтлауға һәм граждандарҙы лайыҡлы торлаҡ менән тәьми итеүгә 2012 йылда төбәктә 1 миллиард 300 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтеләсәк.
Константин Цицин 2011 йыл өсөн иҫәп-хисап бирмәгән РФ субъекттарын финанслауға заявкалар әҙерләү менән әүҙемерәк шөғөлләнергә саҡырҙы. Дәүләт корпорацияһы башлығы, программаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн бөтә төбәктәр ҙә Фондҡа заявкаларҙы сифатлы һәм ваҡытында бирә аласаҡ, тигән ышанысын белдерҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика