07:22 (UTC+5), 02 Февраля 2012

Владимир Путин ит етештереү буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбендә Башҡортостанды ла атаны

Ғәлиә Нәбиева
— Беҙ үҙебеҙҙе ҡош ите менән тулыһынса тәьмин итеүҙән тыш, сит ил баҙарҙарын да үҙләштерә башланыҡ. Сусҡасылыҡ буйынса ла күрһәткестәребеҙ һәйбәт, — тине премьер-министр Владимир Путин көн элгәре Тамбовта үткән Рәсәй малсылығын үҫтереү буйынса кәңәшмәлә.
— Бөтә төрҙәге ит етештереү буйынса тағы бер нисә алдынғы төбәктәрҙе атап үтәм: былар Белгород, Воронеж, Мәскәү, Ленинград, Ростов, Һарытау, Силәбе өлкәләре, шулай уҡ Ставрополье, Татарстан, Башҡортостан, Краснодар һәм Алтай крайҙары, — тип аграрийҙарҙың уңышын билдәләне Владимир Путин.
Ул агросәнәғәт комплексында малсылыҡтың төп йүнәлеш булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бик күп нәмә: эске баҙарҙың тулылығы ла, был тармаҡта эшләгән тиҫтәләрсә мең кешеләрҙең именлеге лә уның тотороҡло үҫешенә бәйләнгән.
Премьер-министр әйтеүенсә, 2012 йылда һуғымға мал һәм ҡош-ҡорт ите етештереү тере ауырлыҡта 11,6 млн тонна күләмендә буласаҡ, тип көтөлә, был 2011 йылдағына ҡарағанда 660 мең тоннаға, йәғни 6 процентҡа күберәк. Ә былтыр 2010 йылдағы менән сағыштырғанда 3,7 процентҡа күберәк булған. «Йәғни беҙҙә ыңғай тенденция, тренд, һаҡлана», — тип өҫтәне Премьер-министр.
Владимир Путин агросәнәғәт комплексына ярҙам саралары тураһында ла һөйләне: ит һәм һөт малсылығы, ҡошсолоҡ, сусҡасылыҡ буйынса тармаҡтың махсус программалары тормошҡа ашырыла, эшкәртеү инфраструктураһы үҫешә.
Тауар етештереүселәргә ярҙам итеү өсөн таможня-тариф көйләүе саралары ҡулланыла, федераль һәм төбәк бюджеттарынан ярайһы ҙур финанс ярҙамы бүленә. Һөҙөмтәлә ҙур инвестиция һәм кредит ресурстары туплауға өлгәшелгән. Уларҙың ҙур өлөшө тармаҡты үҫтереү проекттарына, яңы эш урындары булдырыуға, заманса технологик алымдар ҡулланып, 3,5 мең самаһы ферма һәм башҡа төрлө объекттарҙы төҙөүгә һәм яңыртыуға киткән. Тармаҡтағы инвестиция проекттарының дөйөм суммаһы 2006 йылдан 2011 йылға тиклем 576 млрд һумды тәшкил иткән. Процент ставкаһын субсидиялауға ғына федераль ҡаҙнанан был арала 120 млрд һум йүнәлтелгән.
Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда тере ауырлыҡта 379 мең тонна мал һәм ҡош ите етештерелгән, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығында. Республикала сусҡасылыҡты үҫтереүгә ныҡлап тотондолар. «Разгуляй» агрохолдингы Бүздәк, Шишмә һәм Благовар райондарында ит етештереү һәм эшкәртеү буйынса заманса агросәнәғәт комплекстары төҙөлөшө проекттарын тормошҡа ашыра. Йылына дөйөм ҡеүәте – тере ауырлыҡта 70 мең тонна сусҡа ите. Белгестәр был инвестиция проектының хаҡын 13 млрд һумдан ашыу, тип баһалай. Заманса малсылыҡ комплекстарын төҙөү, сифатлы продукция етештереүҙән тыш, яңы эш урындары булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Был комплекстарҙа меңдән ашыу кеше эш табасаҡ.
Сусҡасылыҡты үҫтереү менән төбәктә «Эксима» агрохолдингы ла шөғөлләнергә ниәтләй. Ул республикала сусҡасылыҡ буйынса өр-яңы селекция-гибрид үҙәге ойошторорға теләй. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 1 млрд һум самаһы инвестициялар йәлеп итеү планлаштырыла. Үҙәк республика һәм күрше төбәктәр фермаларын юғары сифатлы тоҡомло сусҡалар менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. 10 меңгә яҡын тоҡомло мал, шулай уҡ йылына 25 мең самаһы тауар сусҡаһы үрсетеү планлаштырыла. Тере ауырлыҡта был өс мең тонна самаһы сусҡа ите.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика