04:14 (UTC+5), 02 Февраля 2012

«Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» конкурсы старт алды

Ғәлиә Нәбиева
Республикала «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы - «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» конкурсы старт алды. Төбәк комиссияһы тәҡдим ителгән изделиеларҙың сифатын, хәүефһеҙлеген, конкурентлыҡ һәләтен баһалаясаҡ. Эксперттар ҡулланыусылар һорауын, хаҡы менән сифатының тура килеүен, ҡулланыусыларҙың һәм контроллек итеүсе ойошмаларҙың дәғүәләре булмауын да иҫәпкә аласаҡ. Изделиелар етештереүҙәге инновацион алымдар, технологик ҡорамалдарҙы яңыртыу ҙа айырым баһаланасаҡ, тип хәбәр иттеләр БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәгенең матуғат хеҙмәтенән.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, конкурста ҡатнашыу өсөн республика предприятиелары БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәгенә заявка бирергә тейеш.
Конкурсҡа май аҙағында йомғаҡ яһаласаҡ. Лауреат һәм дипломанттар дипломдар һәм продукцияһына конкурс логотибын йәбештереү хоҡуғын аласаҡ. Еңеүселәр «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» программаһының федераль этабында ҡатнашыуға саҡырыласаҡ.
2011 йылда конкурста республиканың 105 предприятиеһы ҡатнашҡан. Уларҙың 67-һе «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» конкурсының финалына сыҡҡан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика