07:04 (UTC+5), 31 Января 2012

Республикала 590 белгес кадастр инженеры аттестаты алған

Рәсүл Хәмиҙуллин
Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында кадастр инженерҙарын аттестациялау буйынса быйылғы йылдағы беренсе квалификацион имтихан үтте. 11 дәғүәсенең етәүһе тесты уңышлы тапшырҙы, тип хәбәр иттеләр БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
2010 йылдан алып кадастр инженерҙарын аттестациялау буйынса 101 квалификацион имтихан үткәрелгән. 590 кеше яңы өлгөләге кадастр инженеры аттестаты алған.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, былтырҙан алып «Күсемһеҙ милектең дәүләт кадастры тураһында»ғы федераль законға ярашлы ғәмәлдәге квалификацион аттестаты булған кадастр инженерҙары ғына кадастр эшмәкәрлеге алып бара ала. Улар техник инвентаризация бюроһы эксперттарына һәм ер үлсәүселәргә алмашҡа килде. Тамамланмаған төҙөлөш объекттары, биналары, ҡоролмаларына бәйле кадастр эшмәкәрлеге алып барыу яңы белгестәрҙең төп бурыстары иҫәбенә инә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика