Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
85.41
-0.92
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
31 Ғинуар 2012, 15:58

«Өфө – Стәрлетамаҡ - Күмертау» ҡала яны поезы йома көндө йөрөмәйәсәк

10 февралдән башлап 7225/7224/7226-сы «Өфө - Стәрлетамаҡ - Күмертау» ҡала яны поезы йома көндө йөрөмәйәсәк. Әлеге ҡала яны поездары, шулай уҡ 7221/7223/7222-се «Күмертау – Стәрлетамаҡ - Өфө» электропоездары хәҙер һәр шәмбе һәм йәкшәмбе һайын йөрөйәсәк.
— Бындай ҡарар пассажирҙарҙың йөрөүенә күҙәтеү үткәреү нигеҙендә ҡабул ителде. Күҙәтеү һөҙөмтәләре буйынса, йома көнө был поезд менән йөрөүселәр һаны аҙ, - тип аныҡлыҡ индерҙе «Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса белгесе Сулпан Биккузина.
Автор:Любовь Колоколова
Читайте нас: