07:52 (UTC+5), 30 Января 2012

2011 йылда республикала 2 млн квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерелгән

Рәсүл Хәмиҙуллин
Былтыр Башҡортостанда 23,5 мең фатир файҙаланыуға тапшырылған. Уларҙың дөйөм майҙаны 2109,3 мең квадрат метрҙы тәшкил иткән, 2010 йылдағына ҡарағанда был 5,1 процентҡа күберәк. Был сама торлаҡ бөтә төр финанслау сығанаҡтары иҫәбенә төҙөлгән.
Шәхси йорт һалыусылар менән дөйөм майҙаны 1,5 млн квадрат метр торлаҡ төҙөлгән, дөйөм күләмдең был 73,3 процентын тәшкил итә. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында Мәскәү өлкәһе һәм Краснодар крайынан ҡала тотороҡло өсөнсө урында тора. Ә сафҡа индерелгән торлаҡ күләме буйынса республика Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында - икенсе, бер мең кешегә иҫәптә сафҡа индерелгән торлаҡ йорттар буйынса иһә өсөнсө урында килә. Был турала БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Муниципаль берәмектәр араһында иң күп торлаҡ Өфө (150 мең кв. м), Туймазы (65 мең кв. м) һәм Мәләүез райондарында (47 мең кв. м) сафҡа индерелгән. Ҡала округтары буйынса Өфө алдынғылыҡты бирмәй – баш ҡалабыҙға 702 мең кв. м тура килә. Артабан Нефтекама (81 мең) һәм Стәрлетамаҡ (70,5 мең) ҡалалары килә.
Быйыл республикала 2310 мең кв. м торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика