11:24 (UTC+5), 25 Ғинуар 2012

Оборонпром башлығы Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең яңы махсус участкалары менән танышты [видео]

Любовь Колоколова | фото: Мирон Доровских
Өфөгә эш визиты менән килгән «Оборонпром» корпорацияһының генераль директоры Андрей Реус 24 ғинуарҙа «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булды. Ул МС-21 граждандар самолеты өсөн ПД-14 двигателе деталдәрен һәм быуындарын етештереүҙә махсуслашҡан яңы участкалар менән танышты.
Андрей Реустың әйтеүенсә, Өфө моторҙар эшләү берекмәһе Рәсәй фронт авиацияһы өсөн двигателдәр эшләү дивизионының баш предприятиеһы иҫәпләнә. Ә ПД-14 двигателе өсөн деталдәр һәм быуындар етештереү граждандар самолеттары серияһының өҫтөнлөклө проекттары иҫәбенә инә.
— Өфө ПД-14 двигателен етештереү буйынса төп эштәрҙе башҡара. Беҙ әле ошо двигателгә бәйле эштәр өсөн тәғәйенләнгән участкаларҙан үттек. Был — холдингылағы беренсе һанлы проект, ул күп осраҡта фронт авиацияһы өсөн двигателдәр эшләү мөмкинлеген дә билдәләй, — тине сәнәғәт холдингы башлығы. – Бөтә мәсьәләләр комплексы ла иғтибарҙы талап итә. Шуға күрә беҙ холдинг составына ингән предприятиелар буйлап йөрөп сығыуҙан башланыҡ.
Андрей Реус коллегалары оҙатыуында былтыр август айында сафҡа индерелгән яңы ҡоролманың — флуоресцентлы пенетрант контроль линияһының эше менән танышты. Канаданың «Пратт энд Уитни» компанияһы менән килешеү буйынса Өфө моторҙар эшләү берекмәһе менән граждандар самолеттарының PW-300 двигателе өсөн етештерелгән продукцияһы тап ошо технология буйынса тикшерелә. МС-21 граждандар самолеты өсөн перспективалы ПД-21 двигателенең деталдәре лә флуоресцентлы пенетрант контроль үтәсәк.
Контроллек итеүҙең яңы алымдары бюроһы начальнигы Игорь Кривалевтың аңлатыуынса, «деталдәр махсус ҡулайламаға тағыла һәм таҙартыу өсөн дистанцион пульт ярҙамында һелтеле камераға батырыла. Деталдәрҙә күҙгә күренмәгән дефекттар булған хәлдә лә, уларҙың эсенә тулған микроскопик бысраҡ йыуылып сығасаҡ. Артабан икенсе камерала һыу менән йыуыу операцияһы башҡарыла, бынан һуң улар киптерелә. Иң аҙаҡтан деталдәр ультрафиолет яҡтылыҡ ярҙамында тикшерелә, уның нурҙары аҫтында дефект йәшел төҫ ала. Был чех производствоһы линияһы юғары һөҙөмтәле эшмәкәрлек коэффициентына эйә һәм деталдәрҙе эшкәртеүҙә юғары сифатҡа өлгәшеү мөмкинлеге бирә».
Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә етештерелгән бөтә төр авиадвигателдәр өсөн роторҙар, турбиналар һәм компрессорҙар йыйыу участкаһында ҡунаҡтарға яңы технологиялар ҡулланып изделиелар етештереү һәм йыйыуҙың тулы производство циклын күрһәттеләр.
Завод буйлап экскурсиянан һуң Андрей Реус Рәсәй Машиналар эшләүселәр союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе Төбәк советының ултырышында ҡатнашты.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика