07:18 (UTC+5), 25 Ғинуар 2012

Кирбес заводтарының күбеһе етештереү күрһәткестәрен арттырған

Рәсүл Хәмиҙуллин
Башҡортостанда керамик кирбес заводтары араһындағы 17 предприятие уҙған йылдың 11 айын етештереү күрһәткестәренең артыуы менән тамамлаған. Был үҙебеҙҙә етештерелгән ҡорамалдарҙа эшләүсе заводтарға ҡағыла. Шуларҙан «Андреевка керамик кирбес заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең күрһәткестәре — 173,5 процентҡа, «Дәүләкән керамик заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенеке 136,1 процентҡа еткән. Дүрт предприятие продукция етештереүҙең кәмеүенә юл ҡуйған. Был турала БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитететында хәбәр иттеләр. Яҡын арала йылға йомғаҡ яһаласаҡ.
Ете предприятие иҡтисади сәбәптәр буйынса туҡтатылған. Импорт ҡорамалдарҙа эшләгән бөтә предприятиелар ҙа продукция етештереүҙе арттырған. Республикала 31 завод керамик кирбес сығара. Шуларҙың 25-е ватан һәм белорус ҡорамалдары менән йыһазландырылған, алтыһы импорт ҡорамалдарҙа эшләй.
Силикат кирбес сығарыусы өс заводтың икәүһе уҙған йылдың 11 айын ыңғай күрһәткестәр менән тамамлаған. «Бессер» блоктары етештереүсе предприятиеларҙа ла ошондай уҡ хәл күҙәтелә. «ГлавБашСтрой» асыҡ акционерҙар йәмғиәте 61 мең кубометр газосиликат блоктары сығарған (30,5 млн дана шартлы кирбес).
Өҫтәмә ҡиммәткә һалымды иҫәпләмәгәндә керамик кирбестең уртаса хаҡы яңы йыл алдынан бер мең данаһына 5547 һум булған (2010 йылдың ноябрендә – 5033 һум), силикат кирбестең уртаса хаҡы 2010 йылдағы 4546 һум урынына 4196 һум тәшкил иткән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика