08:07 (UTC+5), 25 Января 2012

2012 йылда республикала етем балаларға торлаҡ һатып алыу өсөн 400 миллион һум аҡса бүленәсәк

Галина Бахшиева
Республикала торлаҡҡа мохтаж булған барлыҡ етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһен бер юлы хәл итеү өсөн яҡынса 909 миллион һум кәрәк. Шулай уҡ артабан йыл һайын 142 миллион һум самаһы аҡса бүлеү зарур.
Бөгөн Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы коллегияһы ултырышында хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы мәғлүмәттәр буйынса республикала торлаҡтары булмаған 4100-ҙән ашыу ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған һәм етем бала иҫәпләнә. Уларҙан яҡынса 1300 кеше торлаҡ алыу хоҡуғына эйә.
— 2009 йылдан алып 2011 йылға тиклем ҡарауһыҙ ҡалған, торлаҡтары булмаған етем балалар һаны 1,4 тапҡырға артҡан. Шул уҡ ваҡытта етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн бүленгән бюджет средстволары күләмдәре был ваҡыт эсендә биш тапҡырға тиерлек артҡан. Был торлаҡ менән тәьмин ителгән етем балалар һанын өс тапҡырҙан ашыуға арттырырға мөмкинлек бирҙе, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһы Контроль-иҫәп палатаһының баш инспекторы Светлана Коровкина.
Шулай итеп, етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн 2010 йылда бюджеттан 133 миллион һумдан ашыу аҡса бүленһә, үткән йылда был сумма 370 миллион һумдан ашыу тәшкил итте. 2012 йылда иһә финанслау күләме 400 миллион һум тәшкил итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика