Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.89
-0.02
91.12
-0.38
70.69
+2.05
21+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Ғинуар 2012, 16:56
Йәрмәкәй районында яңы агрохолдинг ойошторолоуы ихтимал
Йәрмәкәй районындағы «Приютовагрогаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең бүлексәләре нигеҙендә агрохолдинг ойоштороу мөмкинлеге ҡарала. Көн элгәре эш визиты менән районда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев булып китте. Ул ауыл хужалығы тармағының бер нисә предприятиеһын ҡараны һәм малдың нисек ҡышлауы менән танышты.
Аграр ведомство башлығы «Приютовагрогаз» йәмғиәтенең Булановское, Городецкое бүлексәләрендә һәм предприятиеның мал һимертеү комплексында булды. Осрашыу барышында хужалыҡты артабан үҫтереү юлдарының береһе булараҡ уның нигеҙендә заманса дәүләт агрохолдингын ойошторорға тәҡдим ителде, тип хәбәр иттеләр Йәрмәкәй районы хакимиәтендә. Бының өсөн мал һимертеү комплексына тулыһынса реконструкция үткәрергә кәрәк. Унда ауыл хужалығы предприятиеһы бүлексәләренән 700-ҙән ашыу һауын һыйырҙарын йыйыу планлаштырыла. Киләсәктә заманса һыйыр һауыу һәм һөттө һыуытыу ҡоролмалары кәрәк буласаҡ. Эрнст Исаев предприятие етәкселегенә хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы буйынса бурыстарҙы ҡапларға ҡушты.
Республиканың ауыл хужалығы министры ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре, фермерҙар, ауыл биләмәләре башлыҡтары менән осрашты. Эрнст Исаев кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы аграр сәнәғәт өлкәһендәге эштәр торошо менән таныштырҙы, республика программаларында ҡатнашыу мөмкинлеге тураһында һөйләне. Район хеҙмәтсәндәренең үткән миҙгелдәге эшмәкәрлегенә яҡшы баһа бирҙе.
Вице-премьерҙың билдәләүенсә, малсылыҡ, атап әйткәндә, һөт малсылығы, аграр секторҙың һәр ваҡыт өҫтөнлөклө йүнәлеше буласаҡ. «5 йылда 500 ферма» һөт фермаларын комплекслы модернизациялау программаһы ла ошоно күҙ уңына тота. Йәрмәкәй районының ике хужалығы был программаға ҡушылған да инде.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
ауыл хужалығы
малсылыҡ
Читайте нас: