11:35 (UTC+5), 24 Января 2012

Башҡортостанда яңы өлгөләге 8000 һунарсы билеты бирелгән

Галина Бахшиева
Берҙәм федераль өлгөләге яңы һунарсы билеттарына күсеү һунарсылар өсөн 2011 йылдағы мөһим ваҡиғаларҙың береһе булғандыр, моғайын. Бөгөн БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Йәнлектәр донъяһын һаҡлау буйынса идаралығында үткән йомғаҡлау кәңәшмәһендә хәбәр итеүҙәренсә, был маҡсатҡа республика бюджетынан ике миллион һум аҡса бүленгән.
— Әлеге ваҡытта республиканың Йәнлектәр донъяһын һаҡлау буйынса идаралығы менән берҙәм федераль өлгөләге һигеҙ мең һунарсы билеты бирелгән. Һунарсылар тураһындағы мәғлүмәт дәүләт һунарсылыҡ хужалығы реестрына индерелгән, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, берҙәм федераль өлгөләге һунарсы билеты — мөҙҙәте сикләнмәгән һәм бөтә ил биләмәләрендә ҡулланырға мөмкин булған документ. Билеттарҙы алмаштырыу һәм яңыһын алыу процесында һунарсылар тураһындағы мәғлүмәт берҙәм дәүләт һунарсылыҡ хужалығы реестрына индерелә. Был төбәктәге һунарсыларҙың аныҡ иҫәбен алырға мөмкинлек бирәсәк. Һунарсы билеттарын алмаштырыу һәм яңыларын биреү бушлай башҡарыла. Иҫке һунарсы билеттары 2012 йылдың 1 июленә тиклем ғәмәлдә буласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика