05:51 (UTC+5), 20 Января 2012

Ялыуҙар кенәгәһе һалымдарға бәйле бәхәстәрҙе тиҙ арала хәл итергә ярҙам итәсәк

Әлфиә Шәрәфетдинова
Һалым хеҙмәткәрҙәре эшенән ҡәнәғәт булмаған граждандар күптән борсоған һорауҙарын Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының яңы сервисы ярҙамында хәл итә ала. «Ялыуҙар кенәгәһе» тип аталған хеҙмәт ведомство сайтында тәҡдим ителә һәм уның менән бушлай файҙаланыу ҡаралған. Был хеҙмәттән файҙаланырға теләһәгеҙ, Һалым идаралығының аныҡ территориаль органын күрһәтеп, сайттың был бүлегендә һалымға бәйле бәхәстең эстәлеге бирелгән мөрәжәғәтегеҙҙе ҡалдырырға кәрәк.
— Һеҙ һүрәтләгән бәхәсле хәл һалымға бәйле бәхәстәрҙе тикшереү һәм һалым түләүселәрҙең хаттары һәм ғаризалары аша һалым органдары эшенең сифатына контроллек итеүгә яуаплы судҡа тиклемге аудит бүлексәһе белгестәре менән тикшереләсәк, — тип хәбәр иттеләр Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән. — Бәхәстәрҙе көйләү буйынса мөмкин булған бөтә саралар ҙа үткәреләсәк, шул иҫәптән һалым хеҙмәте менән ҡабул ителгән ҡарарҙар, күрһәтмәләр һәм талаптарҙы ғәмәлдән сығарыу мәсьәләһе ҡараласаҡ.
«Ялыуҙар кенәгәһе»нә килгән бөтә мөрәжәғәттәр ҙә тиҙ арала ҡараласаҡ, ә ошо сервис эшмәкәрлеге өсөн яуап биргән хеҙмәткәрҙәр һалымға бәйле бәхәстәрҙе көйләү мәсьәләләре буйынса һалым инспекцияһын эшмәкәрлеген даими контролдә тотасаҡ, тип ышандырҙылар Идаралыҡта.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика