Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+12 °С
13:43 (UTC+5), 20 Ғинуар 2012

Республикала инвестицион мөхит алдағы өс йылда ярайһы уҡ яҡшыртыласаҡ

Галина Бахшиева | фото: Андрей Старостин
2015 йылға Башҡортостан Урал төбәгендә иң уңайлы инвестицион мөхит буйынса лидер булырға ниәтләй. Эксперттар билдәләүенсә, бының өсөн республиканың бөтә мөмкинлектәре лә бар.
Башҡортостанды Яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса стратегик инициативалар агентлығы әҙерләгән инвестицион мөхитте яҡшыртыу буйынса башҡарма власть органдары эшмәкәрлеге стандарты индереләсәк Рәсәйҙең ун төбәге иҫәбенә индереү был йүнәлештәге беренсе аҙым булды.
— Башҡортостан – беҙ хеҙмәттәшлек иткән пилот төбәктәрҙең береһе. Бөгөнгө көнгә республика төбәктә инвестицион мөхитте яҡшыртыу буйынса «юл картаһын» әҙерләп, тәҡдим итте лә инде. Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Инвестициялар йәлеп итеү буйынса йәмәғәт советын булдырыу бындай стратегияның мөһим элементы булып тора. Уның тәүге ултырышы бөгөн үтте, - тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығында үткән журналистар менән осрашыуҙа Стратегик инициативалар агентлығының генераль директоры Андрей Никитин.
Шулай уҡ матбуғат конференцияһында ҡатнашыусы Стратегик инициативалар агентлығының партнерлыҡ селтәрен үҫтереү директоры Александр Пироженко һүҙҙәренсә, бизнес менән власть араһында аныҡ диалог булдырыу Советтың төп бурысы булып тора.
— Тура бәйләнеш булдырыу, шулай уҡ бизнес өлкәһендәге проблемаларға һәм һорауҙарға тура яуаптар табыу мөһим. Һәм бөгөн, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге Инвестициялар йәлеп итеү буйынса республика йәмәғәт советы ултырышында, был диалогты күрҙек. Кәңәшмәлә бизнес вәкилдәре мәсьәләләрҙе һәм тәҡдимдәрҙе аныҡ әйтеп ишеттерҙе. Был Советтың киләсәге булыуы хаҡында һөйләй. Әммә бер генә тәҡдимебеҙ бар – төбәк властарының стандартты тормошҡа ашырыу буйынса эшмәкәрлеге һөҙөмтәләренә баһа бирәсәк ҙур булмаған эксперттар төркөмөн булдырыу, - тине Александр Пироженко.
Башҡортостанда инвестицион мөхитте яҡшыртыу буйынса башҡарма власть органдары эшмәкәрлеге стандарты үҙ эсенә алған 15 положениеның бишәүһе тормошҡа ашырыла. Ҡалғандары алдағы ике йылда ғәмәлгә ашырыласаҡ.
— Күрелгән сараларҙан һуң республикала инвестицион мөхитте яҡшыртыу буйынса хәл ҡырҡа үҙгәрергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта был саралар менән беҙ эре сит ил һәм Рәсәй инвесторҙарын ғына түгел, урындағы эшҡыуарҙарҙы ла әүҙем эшмәкәрлеккә дәртләндермәксебеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президентының инвестицион хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса махсус вәкиле Андрей Назаров.
Назаров һүҙҙәренсә, яҡын арала төбәккә йәлеп ителәсәк дөйөм күләмдең, ә был 1,5 миллиард доллар самаһы, күпселек өлөшөн урындағы эшҡыуарҙар индерә ала. Бының өсөн ни бары тейешле шарттар булдырыу зарур.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика