Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
-1 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Ғинуар 2012, 14:13
Өфөлә «Күсемһеҙ милек. Яҙ – 2012» күргәҙмә-йәрминкәһе үтәсәк
Быйыл 22 - 24 мартта Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында XVIII «Күсемһеҙ милек. Яҙ–2012» күргәҙмә-йәрминкәһе үтәсәк. Күсемһеҙ милек операторҙары араһында тәжрибә уртаҡлашыу һәм һөҙөмтәле аралашыу майҙансығы булдырыу сараны ойоштороусыларҙың төп маҡсаты булып тора.
Күргәҙмә эше йола буйынса киң эш программаһы менән оҙатылып барасаҡ, уның сиктәрендә бер нисә түңәрәк өҫтәл һәм семинар планлаштырылған. Шулай уҡ күргәҙмәлә ҡатнашыусы компаниялар объекттарының презентацияһы ойоштороласаҡ. Был турала «Башинформ» агентлығына «Азимут» күсемһеҙ милек буйынса берҙәм мәғлүмәт агентлығынан хәбәр иттеләр.
Күсемһеҙ милек буйынса күргәҙмә-йәрминкәләр ҡала һәм республика халҡына торлаҡ һәм ер буйынса һәр төрлө варианттарҙы күрһәтеү, шулай уҡ банктарҙан кредиттарға бәйле консультациялар алырға ярҙам итеү маҡсатында эшләнә.
Республикалағы махсуслашҡан күргәҙмәләр тарихы 2003 йылдан башлана. Ошо ваҡыттан алып Өфөлә йыл һайын күргәҙмәләр һәм форумдар үткәрелеп килә. Республиканың Көньяғын һәм Көнбайышын үҙ эсенә алған күргәҙмәләр Стәрлетамаҡта, Салауатта, Нефтекамала һәм Октябрьскийҙа ла үткәрелде. Былтыр Өфөлә Инвестициялар, күсемһеҙ милек һәм девелопмент форумы менән XVII «Күсемһеҙ милек. Көҙ-2011» күргәҙмәһе шаулап үтте. Белгестәр әйтеүенсә, бындай форум үткәреү – Башҡортостандың төҙөлөш тармағы һәм күсемһеҙ милек индустрияһы өсөн ҙур һәм мөһим ваҡиға.
Автор:
Рәсүл Хәмиҙуллин
Теги:
күсемһеҙ милек
күргәҙмәләр
Читайте нас