18:17 (UTC+5), 19 Января 2012

Республиканың ҙур ҡалаларында көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса предприятиелар асыласаҡ

Галина Бахшиева
Әле тормошҡа ашырылған 2011-2020 йылдарға Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү системаһын камиллаштырыу буйынса республика маҡсатлы программаһы сиктәрендә ҡалдыҡтарҙы ике этапта сығарып түгеү ҡаралған.
— Бәләкәй ауылдарҙы ла йәлеп итеү маҡсатында 200 сүп-сар тейәп оҙатыу станцияһын төҙөү ҡаралған, стационар компактор уларҙың төп элементы буласаҡ. Мобиль компакторҙарҙан айырмалы рәүештә, стационар компактор системаһында контейнер ғына үҙгәрәсәк. Был ҡалдыҡтарҙы күберәк тейәп оҙатырға мөмкинлек бирәсәк, һөҙөмтәлә сорттарға бүленмәгән һәм тығыҙландырылмаған сүп-сар ауылдарҙан станцияларға йышыраҡ тейәп оҙатыласаҡ. Бында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын артабан тейәп оҙатыу өсөн уларҙы преслау ойоштороласаҡ. Шулай уҡ ҡалдыҡтарҙы сорттарға бүлеү, эре сүп-сарҙы ваҡлау һәм башҡа эштәрҙе лә ойошторорға мөмкин. Бындай эшкәртеүҙәрҙән һуң ҡалған сүп-сарҙы полигонға тейәп оҙатыу күпкә арҙаныраҡҡа төшәсәк, - тип һөйләне 2020 йылға тиклем ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү системаһын камиллаштырыуға йүнәлтелгән республика программаһын тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмәлә Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Азат Ҡотләхмәтов.
Белгестәр фекеренсә, республиканың Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Нефтекама, Сибай һәм Күмертау кеүек ҙур ҡалаларында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса предприятиелар төҙөү ҡулайлы булыр ине.
Азат Ҡотләхмәтов һүҙҙәренсә, район үҙәктәре эргәһендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, һаҡлау һәм сорттарға бүлеү пункттарын проектлау һәм төҙөү, шулай уҡ һыу һаҡлау зоналарында, айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияларында халыҡ күпләп ял иткән урындарҙа ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарып түгеү системаһы элементтарын булдырыу менән урындағы үҙидара органдары шөғөлләнәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика