06:31 (UTC+5), 18 Января 2012

Ейәнсура районында урман хужалығы мәсьәләләре буйынса граждандарҙы күсмә ҡабул итеү ойоштороласаҡ

Галина Бахшиева
Башҡортостандың урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин бөгөн Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылының район хакимиәте бинаһында граждандарҙы ҡабул итәсәк.
— Граждандарҙы күсмә ҡабул итеү нигеҙҙә урман хужалығына идара итеүҙә ҡануниәт үҙенсәлектәренә, халыҡҡа ағас бүлеү һәм урмандарҙы янғындан һаҡлауҙа уның роле мәсьәләләренә арналасаҡ. Әлбиттә, урман хужалығы мәсьәләләренән тыш, район халҡы башҡа төрлө һорауҙар ҙа бирә ала, - тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының матбуғат секретары Айбулат Ғәйнуллин.
Осрашыуҙа шулай уҡ муниципаль берәмек хакимиәте башлығы һәм Ейәнсура, Кананикольск, Йылайыр урман хужалыҡтары етәкселәре ҡатнашасаҡ. Башлана – 11 сәғәттә.
Башҡортостандың урман хужалығы министры 2011 йылда йәмғеһе 20-гә яҡын бындай ҡабул итеү үткәргән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика