09:21 (UTC+5), 18 Января 2012

Һалым хеҙмәткәрҙәре граждандарҙы 2012 йылда көсөнә ингән яңы закондар менән таныштыра

Әлфиә Шәрәфетдинова
Башҡортостанда һалым хеҙмәткәрҙәренең халыҡ менән мәғлүмәти осрашыуҙары серияһы старт алды. Семинарҙарҙа белгестәр 2012 йылда көсөнә ингән ҡануниәттәге үҙгәрештәр, шулай уҡ һалым түләүселәрҙең бюджет алдындағы бурыстарын үтәүҙе мөмкин тиклем еңелләштерергә һәм тиҙләтергә мөмкинлек биргән һалым хеҙмәтенең яңы электрон сервистары тураһында һөйләй.
Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы мәғлүмәтенә ярашлы, ғинуарҙа бындай семинарҙар Бөрөлә – 18-ендә, Мәләүездә – 24-ендә, Федоровка районында 26-һында үтәсәк. Ә айҙың һуңғы көнөндә Стәрлетамаҡта һалым түләүселәр-һалым хеҙмәте агенттары өсөн «Һалым ҡануниәтендәге үҙгәрештәр һәм 2-НДФЛ формаһы буйынса белешмәләр тапшырыу үҙенсәлектәре» темаһына семинар-кәңәшмә ойоштороласаҡ.
Семинарҙар расписаниеһы менән ентекләберәк Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы сайтында танышырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика