Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Ғинуар 2012, 16:25

Студенттар тимер юл транспортында 50 процентлы ташлама менән йөрөйәсәк

Йыраҡта урынлашҡан тораҡ пункттарҙа йәшәгән студенттарға уңайлы булһын өсөн быйыл алыҫ араға йөрөүсе поездарҙа юл йөрөүгә 50 процентлы ташламалар һаҡланасаҡ. Улар 1 ғинуарҙан ғәмәлгә инә һәм 30 июнгә тиклем оҙайтыла, артабан ташламалар менән 25 августан 31 декабргә тиклем ҡулланып буласаҡ.
Льготалар алыҫ араға йөрөүсе бөтә төр поездарҙың вагондарында юл йөрөү өсөн ҡаралған. Улар башланғыс, урта һәм юғары һөнәри белем биреү учреждениеларының көндөҙгө бүлегендә уҡыған уҡыусыларына бирелә. Бының өсөн билет кассаһына уҡыусы белешмәһен йәиһә студент билетын һәм Рәсәй Федерацияһы гражданы булыуҙы раҫлаусы документтарҙы күрһәтергә кәрәк.
Автор: Любовь Колоколова
Читайте нас