Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.42
-0.11
92.74
+0.48
67.09
-0.02
13+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Ғинуар 2012, 16:21

Мартта үтәсәк һайлауҙарҙа Башҡортостанда 3509 һайлау участкаһында тауыш биреү ойоштороласаҡ

4 мартта үтәсәк Рәсәй Президенты һайлауҙарында, шулай уҡ муниципаль һайлауҙарҙа Башҡортостанда 3509 һайлау участкаһында тауыш биреү ойоштороласаҡ, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова.
Дума һайлауҙарындағы кеүек үк, республиканың 178 һайлау участкаһында һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары ҡулланыласаҡ. 13 ғинуарға ҡарата бирелгән мәғлүмәттәргә ярашлы, урындағы һайлауҙарҙа республикала 2072 кандидат ҡатнашырға ниәтләй, шуларҙың 1508-һе территориаль һайлау комиссияларында теркәлеү үткән дә инде.
13 ғинуарҙа Рәсәйҙә Рәсәй Президенты һайлауҙарында тауыш биреү өсөн һайлау участкаларын формалаштырыу тамамлана, бынан һуң территориаль һайлау комиссиялары участка һайлау комиссиялары ойошторолоуы тураһында иғлан итәсәк һәм комиссиялар составына кандидатуралар буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә башлаясаҡ.
РФ Үҙәк һайлау комиссияһы менән раҫланған дәүләт башлығын һайлауға әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса сараларҙың календарь планына ярашлы, 18 ғинуарҙан да һуңға ҡалмайынса, сиктәрен һәм номерҙарын күрһәтеп, һайлау участкаларының исемлектәре баҫылып сығырға тейеш. Һайлау участкалары ойошторолғандан һуң территориаль һайлау комиссиялары участка һайлау комиссияларының ойошторолоуы һәм уларҙың составына индереүгә кандидатуралар буйынса тәҡдимдәр ҡабул ителеүе тураһында мәғлүмәт баҫтырырға тейеш. Тәҡдимдәр участка һайлау комиссиялары ойошторолоуы тураһында мәғлүмәт бирелгәндән һуң 15 көндән дә һуңға ҡалмай ҡабул ителә. Территориаль һайлау комиссиялары участка комиссияларын формалаштырыу менән 2 - 9 февралдә шөғөлләнәсәк. «Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында»ғы законға ярашлы, участка һайлау комиссиялары ағзалары Дәүләт Думаһында, төбәк парламенттарында йәки урындағы һайлаулы органдарҙа күрһәтелгән партияларҙың тәҡдимдәре нигеҙендә үрҙәге һайлау комиссияһы менән тәғәйенләнә. Территориаль һайлау комиссияларына кандидаттар буйынса тәҡдимдәр шулай уҡ йәмәғәт берекмәләренән, урындағы вәкиллекле органдарҙан һәм йәшәү урыны, эш һәм уҡыу урыны буйынса һайлаусыларҙың йыйылыштарынан ҡабул ителә. Был берекмәләрҙең һәр береһе, шул иҫәптән һәр партия, бер һайлау комиссияһы составына тәғәйенләү өсөн берәр кандидат тәҡдим итә. Участка комиссияларының яртыһынан да кәм булмаған өлөшө комиссияға килгән тәҡдимдәр нигеҙендә билдәләнә.
Участка һайлау комиссиялары составына Рәсәйҙең 18 йәштән өлкән юридик хоҡуҡлы гражданы инә ала. Федераль, төбәк һәм урындағы депутаттар, төбәк йәки урындағы хакимиәт етәкселәре, судьялар, прокурорҙар, кандидаттарҙың хәләл ефеттәре һәм яҡын туғандары, хөкөм ителгән һәм хөкөм ҡарары һаман ғәмәлдә булған кешеләр, шулай уҡ һайлау һәм референдумдар тураһындағы закондарҙы боҙған өсөн административ язаға тарттырылған граждандар участка һайлау комиссияһы составына инә алмай.
Теги:һайлау
Читайте нас: