Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.65
+0.24
92.68
-0.07
68.77
-0.34
18+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Ғинуар 2012, 16:48

Константин Толкачев: «Граждандарҙың айырым категорияларына адреслы ярҙамды көсәйтеү мөһим»

Социаль өлкәләге ҡануниәтте үҫтереү Башҡортостан парламентарийҙарының яҙғы сессияға эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлеше булып ҡаласаҡ. Был хаҡта республика парламентының алдағы эшмәкәрлек осорона бағышланған кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев хәбәр итте.
— Ғаиләне, әсәлекте һәм балалыҡты, ветерандарҙы һәм пенсионерҙарҙы яҡлауҙың дәүләт гарантияларын киңәйтеү маҡсатында беҙгә йәмғиәт мәнфәғәттәрен һәм ихтыяждарын иғтибар менән өйрәнергә, тупланған тәжрибәне дөйөмләштерергә, закондар сығарыу инициативаһы хоҡуғы субъекттары менән үҙ-ара конструктив эшләүҙе дауам итергә кәрәк, - тине республика парламенты спикеры. – Граждандарҙың айырым категорияларына адреслы ярҙамды көсәйтеү мөһим. Башҡа төбәктәр тәжрибәһен дә өйрәнеү зарур.
Константин Толкачев күрһәтелгән осорҙа һайлаусылар менән килешеп эш итеүҙе лә көсәйтергә кәрәклеген билдәләне.
— Йәмәғәт мөнәсәбәттәрен хоҡуҡи көйләү юғары сифатлы булһын өсөн депутаттар һайлаусылар, йәмәғәт ойошмалары һәм киң мәғлүмәт саралары менән үҙ-ара әүҙем эш итергә тейеш, - тине Дәүләт Йыйылышы рәйесе. – Депутаттар корпусы үҙ эшендә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы, шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы потенциалын әүҙемерәк файҙаланырға бурыслы.
Читайте нас: