11:15 (UTC+5), 12 Января 2012

Башҡортостан урман хужалығы менән идара итеү буйынса иң алдынғы төбәктәр рейтингыһына инде

Башҡортостан Удмуртия, Татарстан, Алтай крайы һәм Вологда өлкәһе менән бер рәттән 2011 йыл һөҙөмтәләре буйынса урман хужалығы менән идара итеү буйынса иң алдынғы төбәктәр иҫәбенә инде. Төбәктәргә бындай баһаны Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтендә үткән урман комплексын үҫтереү буйынса Совет ултырышында РФ Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Виктор Зубков бирҙе.
Федераль урман хужалығы агентлығы етәксеһе Виктор Масляков билдәләүенсә, йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәү буйынса күрһәткестәрҙең күпселеге, 2010 йыл менән сағыштырмаса, 2011 йылда күпкә яҡшыраҡ. Уның һүҙҙәренсә, был мәсьәлә Рәсәй Федерацияһы субъекттарының юғары вазифалы кешеләре кимәлендә хәл ителә башланы. Был – закондар сығарыу, ойоштороу һәм финанс йәһәттән РФ Хөкүмәте, Федераль урман хужалығы агентлығы, шулай уҡ Рәсәй субъекттары менән тормошҡа ашырылған саралар комплексы һөҙөмтәләре.
Шулай итеп, дөйөм алғанда илдә, 2010 йыл менән сағыштырмаса, урман янғындары һаны үткән йылда 1,6 тапҡырға әҙерәк булған. Янғындан зыян күргән майҙан 470 мең гектарҙан ашыуға кәмегән.
Башҡортостанда былтыр 80 урман янғыны теркәлгән, уларҙың өстән бер өлөшө ут менән һаҡһыҙ эш итеү сәбәпле килеп сыҡҡан. Янғындан зыян күргән урман майҙаны 477 гектарҙан ашыу тәшкил иткән, был 2010 йылдағына ҡарағанда 24 тапҡырға кәмерәк. Әйткәндәй, 2010 йылда урман янғындары, 2011 йыл менән сағыштырмаса, һигеҙ тапҡырға күберәк булған.
Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, үткән йылда 7450 гектар майҙанда ағас ултыртылған. Был 2010 йылдағына ҡарағанда 17 процентҡа күберәк. 62,7 гектар майҙанда урман питомнигы ултыртылған (планға ҡарата был 125 поцент).
Дөйөм алғанда, илдә 194 мең гектар майҙанда ағас ултыртылған. Был, 2010 йыл менән сағыштырмаса, 24 мең гектарға күберәк. Әммә дөйөм алғанда планда күрһәтелгән күләмдәр РФ субъекттары менән 93 поцентҡа ғына үтәлгән.
2011 йылда урман һағында торған кешеләр һаны 15,2 меңгә тиклем артҡан. Йыл эсендә дәүләт урман инспекторҙары менән административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 39 меңдән ашыу протокол төҙөлгән.
Бынан тыш, урман хужалығы өлкәһендәге бурыстарҙы үтәү буйынса Федераль урман хужалығы агентлығы РФ субъекттары эшмәкәрлегенә баһа биреү методикаһын әҙерләгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика