14:23 (UTC+5), 10 Января 2012

Өфөлә 2012 йылдың тәүге вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк

Кесе йома, 12 ғинуарҙа, Өфөлә яңы йылдың тәүге вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк, унда баш ҡаланың һаҡ ойошмалары эш эҙләүселәргә буш эш урындарын тәҡдим итәсәк. Сараны, ғәҙәттәгесә, ҡаланың Халыҡ мәшғүллеге үҙәге ойоштора.
— 2011 йылда 64 бындай йәрминкә үткәрҙек. Унда 44 меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Уларҙың 10 проценты йәки 4367 эш эҙләүсе беҙҙең йәрминкәләр ярҙамында эшкә урынлашты. Йыл дауамында бындай йәрминкәләрҙә ҡаланың 1260-тан ашыу предприятие һәм ойошмаһы ҡатнашты, улар 22 меңгә яҡын буш эш урыны тәҡдим итте, - тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең предприятиелар менән бәйләнештәр бүлеге начальнигы Ирина Турчина.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҡыу һәм эш урындары вакансиялары йәрминкәһендә, милек формаһына һәм иҡтисади эшмәкәрлек төрөнә ҡарамай, кадрҙар һайлап алыуға мохтаж булған барлыҡ эш биреүселәр ҙә ҡатнаша ала.
Йәрминкә Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса үтәсәк. Башлана – 10 сәғәттә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика