05:12 (UTC+5), 30 Декабрь 2011

Йыл эсендә «Китап» нәшриәте 232 баҫма сығарған

Людмила Кузьмина
2011 йыл йомғаҡтары буйынса Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә 232 китап сығарылған, уларҙың күпселек өлөшө - дәүләт заказы буйынса баҫмалар. «Хеҙмәт геройҙары» баҫмаһын сығарыу айырыуса әһәмиәткә эйә булды, унда Башҡортостандың Социалистик Хеҙмәт Геройҙары һәм Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалерҙары тураһында мәғлүмәт тупланған. Төҙөүсеһе һәм редакторы – Рәфҡәт Вәлишин.
Шулай уҡ сығарылған китаптар араһынан Рафаэль Аҙнағоловтың башҡортса-русса һәм русса-башҡортса мәктәп һүҙлеген, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Әхмәтзәки Вәлидиҙең тормошо тураһындағы фотоальбомды, балалар өсөн «Беҙ йырлайбыҙ» тигән музыкаль китапты билдәләп үтергә була. Яңыраҡ Миңһылыу Усманованың «Башҡорт телен өйрәнәбеҙ» китабы донъя күрҙе.
Бынан тыш, «Китап» нәшриәте менән күп һанлы уҡытыу-методик әҙәбиәт, шулай уҡ балалар һәм өлкәндәр өсөн нәфис әҙәбиәт баҫтырылған.
Нәшриәт профилле күргәҙмә-йәрминкәләрҙә лә әүҙем ҡатнашҡан. Бынан тыш, йыл эсендә Өфө һәм республика буйынса 110 күсмә күргәҙмә-йәрминкә ойошторған.
«Китап» нәшриәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2012 йыл башында «Улар еңеү менән ҡайтты» электрон китаптар серияһын, шулай уҡ «Башҡортостандың ете мөғжизәһе» ғилми-популяр баҫмаһының интернет версияһын сығарыу планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика