Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-20 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Декабрь 2011, 18:22

Яңы йыл өҫтәленә ҡаҙҙы Башҡортостанда 800-1000 һумға алырға мөмкин

Яңы йыл өҫтәленә ҡаҙҙы Башҡортостан халҡы 800-1000 һумға һатып ала ала. Барыһы ла уның ауырлығынан тора. Ҡаҙ итенең бер килограмы йәрминкәләрҙә 250-300 һумға һатылған, ә өйрәктәр арзаныраҡ — 150-250 һум.
Республикала үткән ит йәрминкәләрендә йәмғеһе 1300 тоннаға яҡын ит һатылған. Уларҙың 50 проценттан ашыуы - һыйыр итенә, 20 проценты - сусҡа итенә, унышар проценты йылҡы, һарыҡ һәм ҡош итенә тура килә.
Йәрминкәлә бер килограмм иттең хаҡы түбәндәгесә булған: һыйыр ите - 180-280 һум, сусҡа ите – 150-280 һум, һарыҡ ите – 180-280 һум, йылҡы ите - 210-250 һум. Быйылғы йәрминкәләрҙә иттең хаҡы былтырғыға ҡарағанда 30-35 процентҡа ҡыйбатыраҡ, ҡош ите иһә - 5 процентҡа арзаныраҡ.
Бында һуңғы көндәрҙә бөтә продукцияға хаҡ артыуын да иҫәпкә алырға кәрәк. 2012 йылдың февраленән ит йәрминкәләре дауам ителәсәк.
Автор: Ғәлиә Нәбиева
Теги: яңы йыл
Читайте нас