10:52 (UTC+5), 29 Декабря 2011

«Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар Советының яңы составы билдәләнде

Әлим Фәйезов
Шаршамбы, 28 декабрҙә, «Башкирэнерго» йәмғиәте акционерҙарының сираттан тыш дөйөм йыйылышы үтте, унда директорҙар Советының яңы составы билдәләнде һәм 2011 йылдың 9 айы өсөн эш һөҙөмтәләре буйынса дивиденттар түләү хупланды.
Компанияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Башкирэнерго» йәмғиәте акционерҙарының сираттан тыш дөйөм йыйылышы 2011 йылдың 9 айы өсөн эш һөҙөмтәләре буйынса дивиденттар түләүгә 1 005 310 мең һум йүнәлтергә ҡарар иткән.
Дивидент күләме бер ябай һәм өҫтөнлөклө акцияға 0,92 һум тәшкил итәсәк. Шулай итеп, ябай акциялар буйынса дивиденттар килеме яҡынса 3 процент тәшкил итәсәк.
Акционерҙар ҡарары менән «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар Советының яңы составы һайланды, унда - «Система» акционерҙар финанс корпорацияһының алты вәкиле, «ИНТЕР РАО ЕЭС» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең өс вәкиле, Рәсәйҙең Энергетика министрлығының бер вәкиле һәм ике ирекле директор. Директорҙар Советы ағзаһы итеп шулай уҡ «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Андрей Макаров та һайланды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика