09:05 (UTC+5), 28 Декабря 2011

Стажерҙарҙы Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә эшкә ҡалдыралар

Любовь Колоколова
«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 157 стажеры предприятиела эшләүен дауам итәсәк. Үҙен ыңғай яҡтан күрһәткәндәрҙең барыһын да Өфө моторҙар эшләү берекмәһе эшкә ҡалдырҙы. Сығарылыш студенттары заводта электән булған, шулай уҡ яңы булдырылған вакансияларға ҡабул ителде. Уларҙың күпселеге – 85 кеше – эшсе, 59-ы – белгес, 13-ө контролер булып эшләйәсәк, тип хәбәр иттеләр Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең корпоратив коммуникациялар идаралығында.
Ярты йыл дауамында стажерҙар предприятиела практика үтте. Бүлек етәкселәре, кадрҙар хеҙмәте һәм йәштәргә махсус беркетелгән остаздар уларға яңы коллективта яраҡлашырға һәм барлыҡҡа килгән ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам иткән. Республиканың хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте кәметеү программаһы сиктәрендә Өфө моторҙар эшләү берекмәһе быйыл юғары, урта һөнәри белем биреү учреждениеларын һәм һөнәрселек училищеларын (Өфө дәүләт авиация техник университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Башҡорт дәүләт университеты, Өфө авиация техникумы һәм башҡалар) тамамлаған 205 кешене ҡабул иткән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика