11:59 (UTC+5), 23 Декабрь 2011

Республикала бер мәктәп компьютерына 18 уҡыусы тура килә

Галина Бахшиева
Башҡортостанда уртаса бер мәктәп компьютерына 18 уҡыусы тура килә. Республиканың 50-нән ашыу мәктәбендә ғөмүмән компьютерҙар юҡ. Һәр етенсе мәктәптә һыу менән тәьмин итеү системаһы санитар нормаларға тап килмәй, спорт залдары, медицина кабинеттары һәм ашханалар юҡ. Был мәғлүмәттәр бөгөн Башҡортостан Республикаһы Контроль-иҫәп палатаһының йомғаҡлау ултырышында уҡып ишеттерелде.
— Илдәге иң ҡеүәтле мәғариф системаларының береһе – Башҡортостанда. Шул уҡ ваҡытта дөйөм белем биреү өлкәһендәге хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса эш хаҡы иҡтисад өлкәһендәгенә ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек түбәнерәк. Мәктәптәрҙең, айырыуса ауыл ерендә урынлашҡан белем биреү учреждениеларының матди-техник торошо сифатлы белем биреүҙә кәрәкле шарттар менән тәьмин итмәй, - тип иҫәпләй Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Салауат Харасов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика